4 декабрь, Йәкшәмбе

23 ғинуар 2013 йыл, 11:13

«Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына Игорь Шеляков яуап бирә

автор: Сергей Захаров

23 ғинуарҙа «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса Идаралығы етәксеһе Игорь Шеляковтың онлайн-конференцияһы бара.

Урындағы ваҡыт менән 11-ҙән 12-гә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше, «Һорау бир!» бүлегендәге тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала.

Интернет ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.

Игорь Шеляковтың интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә лә сағылыш табасаҡ.

Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.