7 декабрь, Шаршамбы

23 ғинуар 2013 йыл, 10:32

Лилиә Ғүмәрова мәғариф тураһындағы яңы закон хаҡында һөйләне

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Мәғариф тураһындағы яңы закон ҡабул ителгәндән һуң, белем биреү системаһына индереләсәк үҙгәрештәр хаҡында республика журналистарына «Башинформ» агентлығында 22 ғинуарҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова һәм БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов һөйләне.

Яңы законға Владимир Путин үткән йылдың декабрь аҙағында ҡул ҡуйҙы. Документ «Мәғариф тураһында»ғы (1992 г.) һәм «Юғары һәм юғары уҡыу йортонан һуң һөнәри белем биреү тураһында»ғы (1996 г.) ике элекке законды алмаштырасаҡ.

— Мәғариф тураһындағы яңы закон хаҡында төрлө имеш-мимештәр тарала башланы. Беренсенән, белем алыу түләүле була, тигән фекер әүҙем пропагандаланды. Бөгөн тулы яуаплылыҡ менән әйтә алабыҙ: түләүле белем алыу хаҡында бөтөнләй һүҙ бармай. Унан да бигерәк, мотлаҡ дәүләт белем биреү хеҙмәттәре исемлеге буйынса стандарттар, элекке ҡануниәт менән сағыштырмаса, күпкә киңәйтелде,- тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова.

Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар фекеренсә, әлеге законды ҡабул итеү – заман талабы. Мәғариф тураһындағы яңы документ өҫтөндә эш бер нисә йыл дауамында алып барылды. Уға 1400-ҙән ашыу төҙәтмә, шул иҫәптән Башҡортостандан бер нисә тәҡдим индерелде. Атап әйткәндә, педагогтарға социаль ярҙам тураһындағы пункт. Уға ярашлы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса ауыл ерендә эшләгән уҡытыусылар өсөн субъект ташламалар билдәләй ала. Бынан тыш, дәүләт телдәрендә белем алыу мөмкинлеге тураһындағы һорау хуплау тапты.

Башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү темаһы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Урта һөнәри белем биреү сиктәрендә хәҙер ике төр белем биреү программаһы ҡаралған. Улар – квалификациялы эшселәр әҙерләү һәм урта звенолағы белгестәр әҙерләү, тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова. Бындай уҡыу йорттарына студенттар ҡабул иткәндә, эш тәҡдим итеүселәрҙең заявкалары иҫәпкә алынасаҡ. Тимәк, уҡыу йортон тамамлағандан һуң, йәш белгестәрҙең эшкә урынлашыу проблемаһы килеп тыумаясаҡ. Шуға күрә һөнәри урта звено производство секторы менән үҙ-ара тығыҙ эш итергә тейеш.

Әммә, Әлфис Ғаязов хәбәр итеүенсә, ҡайһы бер башланғыс һөнәри белем биреү училищелары ҡыҫҡартыласаҡ, айырым берәүҙәре урта һөнәри белем биреү учреждениелары менән берләштереләсәк.

— Үткән йылдың аҙағында республикала 88 – башланғыс һөнәри белем биреү, 77 урта һөнәри белем биреү учреждениеһы иҫәпләнде. 2012 йылда беҙҙең ҡарамаҡҡа йәнә 20 урта һөнәри белем биреү учреждениеһы тапшырылды.

Шулай уҡ матбуғат конференцияһында билдәләнеүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда мәғариф тураһындағы республика законын булдырыу буйынса эш төркөмө эшләй. Был документ киң йәмәғәтселеккә тикшереүгә тәҡдим ителәсәк. Шул уҡ ваҡытта яңы федераль закондың төп положениелары 2013 йылдың 1 сентябрендә үҙ көсөнә инәсәк.