Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

31 ғинуарҙа БР Дәүләт Йыйылышының сираттағы ултырышы үтә

Сәйәсәт

31 ғинуарҙа БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 59-сы ултырышы үтә. Бындай ҡарар республика парламенты Президиумының сираттағы ултырышында ҡабул ителде.

Депутаттар 16 закон проектын тикшерергә планлаштыра. Уларҙың һигеҙе һуңғы уҡыуҙа ҡабул ителәсәк. Улар араһында — «Башҡортостан Республикаһы референдумы тураһында»ғы БР законының 1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында», «Башҡортостан Республикаһында айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡында», «Башҡортостан Республикаһында ҡалалар төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡында» республика закон проекттары.

«Башҡортостан Республикаһының мировой судьялары тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы, «Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт ҡануниәтен һәм хеҙмәт хоҡуғы нормаларын үҙ эсенә алған башҡа норматив хоҡуҡи акттарҙы үтәүгә ведомство тарафынан контроллек итеү тәртибе тураһында»ғы закон проекттары өҫтөндә эш дауам ителәсәк.

Республиканың закон сығарыусылары ете закон сығарыу инициативаһын тикшерәсәк. Улар араһында — «Башҡортостан Республикаһы Кодексына үҙгәрештәр инедереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһы Ғаилә кодексының 24-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында һунар һәм һунарсылыҡ ресурстарын һаҡлап ҡалыу тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡында».

Республика парламентының пленар ултырышында «Башҡортостан Республикаһында ҡануниәт торошо хаҡында» исемле доклад тыңлау, шулай уҡ федераль закон проекттары тураһындағы һигеҙ ҡарар проектын тикшереү планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть