3 декабрь, Шәмбе

22 ғинуар 2013 йыл, 16:15

Лилиә Ғүмәрова «Дима Яковлев законы»н хуплай

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова «Дима Яковлев законы»н хуплауын белдереп сығыш яһаны. Әлеге закон АҠШ граждандарына Рәсәй балаларын уллыҡҡа алыуҙы тыя.

Вице-премьер документтың йәмғиәттә төрлө фекерҙәр тыуҙырыуы менән килешә, әммә, социологик тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй граждандарының күпселеге Дәүләт Думаһы менән ҡабул ителгән законды хуплай.

— Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге түбәндәге мәғлүмәт менән таныштыра: беҙҙең илдә кешеләрҙең 73 проценты етем балаларҙың Рәсәйҙә тәрбиәләнеүен һәм сит илгә сығарылмауын теләй, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Лилиә Ғүмәрова.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары иҫәпләүенсә, Америка ғаиләләре менән Рәсәйҙән уллыҡҡа алынған балаларға ҡарата көсләү һәм мыҫҡыл итеү осраҡтарына АҠШ властары йыш ҡына тейешенсә иғтибар бүлмәй. Был эштә етешһеҙлектәр булырға тейеш түгел.

Теманы дауам итеп, Лилиә Ғүмәрова Америка граждандарының Рәсәй балаларын уллыҡҡа алыу мәсьәләһендә мифтарҙың күп булыуын билдәләне. Атап әйткәндә, АҠШ ғаиләләре күпселек йәһәттән ҡаты ауырыған балаларҙы уллыҡҡа ала, тигән фекер ысынбарлыҡҡа тап килмәй.

— Был теманы тикшереп, рәсми һәм рәсми булмаған мәғлүмәттәр менән таныштым. Асыҡланыуынса, Америка граждандары инвалид балаларҙың 2-10 процентын тәрбиәгә ала, — тине вице-премьер. – Шул уҡ ваҡытта Американың үҙендә йәшәгән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һанына күҙ һалһаҡ, уның ғәйәт ҙур булыуын күрәбеҙ. Ни өсөн улар үҙҙәренең илендә йәшәгән балаларҙы уллыҡҡа алмай? Сабыйҙарҙы сит ил граждандарына биреп, уларҙың һәләк булыуына шаһит булырға тейеш түгелбеҙ.

Вице-премьер иҫәпләүенсә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар Рәсәй ғаиләләре менән уллыҡҡа алынһын өсөн үҙебеҙҙең илдә тейешле шарттар булдырыу, бындай ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү зарур.

Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө көндә республикала 18236 етем бала иҫәпләнә, уларҙың ни бары 1080-е генә бала йорттарында йәшәй. Балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Һәм был юҫыҡта Башҡортостан ярайһы уҡ уңышы эшләй – балаларҙың 87 проценты тәрбиәгә бала алған һәм патронат ғаиләләрҙә тәрбиәләнә.

Республикала уллыҡҡа алған ғаиләләр өсөн пособиелар билдәләнгән. Әммә, Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, бындай ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса яңы саралар индерелгәндә, балаларҙың үҙ ғаиләләре хаҡында ла оноторға ярамай.

— Әгәр ғаиләлә сирле бала тыуа икән, уны үҙ ғаиләһендә ҡалдырыу өсөн саралар күрергә тейешбеҙ. Бындай ғаиләгә ярҙам күрһәтеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ, — тип иҫәпләй Лилиә Ғүмәрова. – Баланы интернат учреждениеһында тәрбиәләү дәүләткә 14 тапҡырға ҡиммәтерәккә төшә. Был аҡсаны ата-әсәләргә түләү яҡшыраҡ була.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, республикала 13 меңдән ашыу инвалид бала йәшәй.

Халыҡ-ара уллыҡҡа алыу темаһына ҡағылып, вице-премьер 2011 йылда сит ил граждандарының республиканан – туғыҙ бала, 2012 йылда дүрт бала алыуы хаҡында хәбәр итте. Уллыҡҡа алыусылар иҫәбендә – Италия һәм Канада граждандары.

Рәсәй ғаиләләренә 2011 йылда – 250 бала, 2012 йылда, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 248 бала урынлаштырылған.