8 декабрь, Кесе йома

22 ғинуар 2013 йыл, 12:32

VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарының сувенир продукцияһы Өфө магазиндарына һатыуға сығарылды

автор: Дмитрий Слезин

Өфөлә 2013 йылғы VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары символикаһы төшөрөлгән сувенир продукцияһы һатыла башланы.

Теләгән һәр кем үҙенең сувенирҙар коллекцияһын өҫтәлгә ҡуя торған календарҙар, бәләкәй кеҫә календарҙары, магниттар менән тулыландыра ала. Шулай уҡ шапка, бейәләй һәм шарфтар һатып алырға була.

Сувенирҙар һатылған магазиндарҙың адрестары 2013 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындары сайтында урынлаштырылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары Башҡортостан баш ҡалаһында 26 февралдән 3 мартҡа тиклем үтә.