11 декабрь, Йәкшәмбе

22 ғинуар 2013 йыл, 12:13

Республикала тулайым һауым 64 мең тоннанан ашты

автор: Галина Бахшиева

2013 йыл башынан Башҡортостанда тулайы һауым 64 мең тоннанан ашты. Шуларҙың яҡынса 28700 тоннаһы – ауыл хужалығы предприятиеларына һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына, ҡалғандары шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға тура килә, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Тулайым һауым буйынса иң юғары күрһәткестәр бөгөнгө көндә – Саҡмағош районында. Йыл башынан алып бында ике мең тоннанан ашыу һөт һауып алынған. Һауым буйынса яҡшы күрһәткестәр шулай уҡ Стәрлетамаҡ (1800 тонна), Дүртөйлө (1600 тоннаға яҡын) һәм Илеш (1300 тоннанан ашыу) райондарында теркәлгән.

Дүртөйлө, Илеш, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары шулай уҡ һөт һатыу буйынса ла республикала лидерҙар иҫәбендә. Был райондарҙың хужалыҡтары 2013 йыл башынан алып бер мең тоннанан ашыу һөт һатҡан.

Ғинуарҙың тәүге ике декадаһында республикала йәмғеһе 26700 тонна һөт һатылған. Шуларҙың яҡынса 25200 тоннаһы ауыл хужалығы предприятиеларына һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына тәҡдим ителгән.