8 декабрь, Кесе йома

22 ғинуар 2013 йыл, 11:33

Өфө VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙер

автор: Дмитрий Слезин

— Өфө VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарына ҙур яуаплылыҡ менән әҙерләнә һәм бөгөндән үк сарала ҡатнашасаҡ спортсыларҙы ҡабул итергә әҙер! – тине Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит Мәскәүҙә, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡармағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә үткән федераль киң мәғлүмәт саралары ҡатнашлығындағы матбуғат конференцияһында.

«Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш етәкселегендәге техник комиссия составында беҙ ярыштар үтәсәк дүрт спорт объектын ҡарап сыҡтыҡ һәм уларҙың Уйындарҙы ҡабул итергә әҙер булыуына инандыҡ», — тип өҫтәне Ричард Смит.

Халыҡ-ара балалар уйындарының Өфөләге Дирекцияһы етәксеһе Сергей Степанов бындай мөһим спорт форумын ҡабул итеү республика өсөн оло хөрмәт булыуын билдәләне. Ярыштарҙан тыш, балаларҙы ҡыҙыҡлы күңел асыу программаһы көтә, тип иҫкә төшөрҙө ул. Спортсылар йәшәйәсәк «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында йәштәр өсөн дискотека, төрлө уйындар ойоштороласаҡ, тренажер залы, бассейн һәм һырғалаҡ эшләйәсәк.

БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта билдәләүенсә, донъяның төрлө илдәренән йәштәр ҡатнашлығындағы бындай спорт саралары уларҙы берләштереүгә булышлыҡ итә. Был Уйындар 12-15 йәшлек үҫмерҙәргә дуҫлашып, артабан да аралашып йәшәргә мөмкинселек бирәсәк.

Матбуғат конференцияһында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова ла ҡатнашты. «Был Уйындарҙа тамашасы булараҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа ҡатнашырға тейеш. Улар өсөн дә тиҫтерҙәренең уйынын ҡарау ҡыҙыҡлы буласаҡ», — тип билдәләне күп тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы.

VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарында ете спорт төрө ҡаралған. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 30 ҡалаһынан һәм донъяның 20 иленән йәмғеһе 800-гә яҡын спортсы ҡатнашасаҡ. 2013 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындары башланыуға бер айҙан аҙ ғына ашыуыраҡ ваҡыт ҡалды.