Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Белоретта үткән күсмә кәңәшмәлә демография мәсьәләләре тикшерелде

Йәмғиәт

Республиканың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге демографик хәл Белоретта БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова рәйеслегендә үткән күсмә кәңәшмәлә тикшерелде.

Сарала ҡатнашыусылар тыуым, үлем һәм миграция күрһәткестәрен тикшерҙе. Кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, халыҡ иҫәбе был төбәктә 2010 йылдан 2012 йылға тиклем 251080 кешенән 242579-ға тиклем, йәғни 3,4 процентҡа кәмегән.

Тыуым күрһәткестәре лә бер аҙ кәмегән. 2010 йылда 1000 кешегә ул – 18,1, 2011 йылда – 17,4, 2012 йылда 16,7 тәшкил иткән. Әммә дөйөм алғанда көньяҡ-көнсығыш райондарҙа тыуым коэффициенты (15,2) тотош республикалағынан (14,5) юғарыраҡ. Халыҡтың тәбиғи артыуы, Белорет районынан тыш, округтың барлыҡ райондарында күҙәтелә.

2012 йылда округта йәмғеһе 3502 кеше үлгән, 2011 йыл менән сағыштырмаса, был 61-гә (1,7%) күберәк.

Кәңәшмәлә шулай уҡ медицина учреждениеларында белгестәр етешмәү, медицина хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләренә, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү сифатына ҡағылышлы һорауҙар тикшерелде. Муниципаль власть тарафынан һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ярҙам итеү, уларҙың үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре лә ҡаралды.

Бынан тыш, Лилиә Ғүмәрова Белорет ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында булды, Муниципаль-ара махсуслаштырылған медицина үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты, тип хәбәр итте район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Ольга Колесникова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть