3 декабрь, Шәмбе

22 ғинуар 2013 йыл, 9:38

Шаран районының Дүртөйлө урта мәктәбенә Алексей Кондратьев исеме бирелде

автор: Әлим Фәйезов

Бер йыл элек Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры, техник фәндәр докторы, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, БР Инженерлыҡ академияһының мөхбир ағзаһы, сыуаш халҡының данлыҡлы улы Алексей Кондратьев беҙҙең аранан китте.

Ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәренең тыуған ерендә, Шаран районының Дүртөйлө ауылында, уның исемен мәңгеләштереү буйынса сара үтте. Хәтер кисәһенә республиканың баш ҡалаһынан Алексей Кондратьевтың улы Юрий, Башҡортостан сыуаштары кәңәше (съезы) Башҡарма комитеты рәйесе Валерий Сидоров, Өфө дәүләт нефть техник университеты проректоры Владимир Попков, университеттан хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылары, «Нарспи» сыуаш халыҡ фольклор-этнография ансамбле килде.

Сарала Алексей Кондратьевтың яҡташтары, хеҙмәттәштәре, кисәне алып барыусылар ғалим, яҙыусы, Өфө сыуаш мәҙәниәте клубын ойоштороусы һәм етәксеһенең тормош юлы тураһында һөйләне, тип хәбәр итте Шаран районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Раил Мусин.

Артабан Дүртөйлө урта мәктәбе бинаһында таҡтаташ асыу тантанаһы үтте, мәктәпкә Алексей Кондратьев исеме бирелде. Шулай уҡ белем биреү учреждениеһында уның музейы асылды, унда ғалимдың фотоһүрәттәре, китаптары һәм башҡа шәхси әйберҙәре һаҡланасаҡ.

темалар: хәтер