11 декабрь, Йәкшәмбе

21 ғинуар 2013 йыл, 17:41

Республикала 100 меңдән ашыу кеше «Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны» исеме алған

автор: Галина Бахшиева

Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда йәшәгән 100 меңдән ашыу кеше «Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны» исеме алған. Граждандарҙың яңы льготалы категорияһы республикала 2012 йылдың 1 ғинуарынан индерелде.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы категорияға ҡараған хемәт ветерандары һаны төбәктә йәшәгән льготалар менән ҡулланыусыларҙың 22,5 процентын тәшкил итә. Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветерандары өсөн ай һайын аҡсалата түләү күләме 145,93 һумға тиң.

2012 йылда республика бюджетынан был маҡсаттарға 163 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Рәсәйҙә дөйөм билдәләнгән пенсия йәшенә еткән (ирҙәр өсөн – 60 йәш, ҡатындар өсөн – 55 йәш), шул тәртиптә 40 һәм 35 йыл хеҙмәт стажы булған, бер ниндәй ҙә ташламалар менән ҡулланмаған граждандар «Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны» исеме алыу өсөн йәшәү урыны буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығына (идаралыҡ бүлегенә) мөрәжәғәт итә ала.