Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

«Байтул Мал» фонды яңы социаль акциялар әҙерләй

Йәмғиәт

24 ғинуарҙа Башҡортостандың социаль учреждениеларында тәрбиәләнеүселәр араһында «Күңелле старттар – ҡыш 2013» хәйриә спартакиадаһы үтә. Ярыштар спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу, бала йорттарында һәм социаль учреждениеларҙа тәрбиәләнгән балалар өсөн дуҫтарса мөхит булдырыу маҡсатында үткәрелә. Ойошторусылар булып Ислам университеты ярҙамында БР Мәғариф министрлығы менән берлектә «Байтул Мал» фонды сығыш яһай.

Фонд директоры Артур Насибуллов хәбәр итеүенсә, был йылдың беренсе декадаһына планлаштырылған берҙән-бер сара түгел. Шулай итеп, март башында БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙамында Футбол һәм мини-футбол федерацияһы менән берлектә «Байтул Мал» фонды бала йорттарында һәм социаль учреждениеларҙа тәрбиәләнеүселәр араһында мини-футбол буйынса «Алтын бутсы» тип аталған сираттағы турнир ойошторорға планлаштыра.

Март уртаһында Өфөнөң бала йорттарының береһендә социаль йорттарҙа тәрбиәләнгән ҡыҙҙар араһында йорт хужалығы буйынса «Хужабикә» конкурсы үтәсәк.

Шулай уҡ «Яҡшы әйберҙәр – яҡшы кешеләргә» проекты сиктәрендә ғинуар аҙағында аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, социаль яҡланмаған ғаиләләр өсөн әйберҙәр ҡабул итеү пунктын асыу планлаштырыла. Ул Менделеев урамы, 221/1 адресы буйынса ойоштороласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн телефон: (347) 275-95-09.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть