9 декабрь, Йома

21 ғинуар 2013 йыл, 15:47

Аҙна аҙағына республикала 29 градусҡа тиклем һыуытасаҡ

автор: Галина Бахшиева

Ағымдағы аҙнаның тәүге ике көнө сағыштырмаса йылы була: көндөҙ – минус 3 градус, төндә минус 8 градус булыуы көтөлә.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, был аҙнала республикала көндәрҙең болотло булыуы, ҡар яуыуы көтөлә. Шаршамбы, 23 ғинуарҙан башлап һауа температураһы төндә 11-16 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк. Көндөҙ бер аҙ йылыраҡ – минус 8-12 градус була.

Алдағы көндәрҙә тағы ла һыуытасаҡ, ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы төндә – минус 26-29 градус, көндөҙ минус 18-20 градус тәшкил итәсәк, тип күҙаллай синоптиктар.

темалар: һауа торошо