Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Учалы халҡы ҡаланың 50 йыллығын билдәләйәсәк

Сәйәсәт

2013 йыл Учалы халҡы өсөн ҡаланың 50 йыллығы билдәһе аҫтында үтәсәк. 1 февралдә юбилей сараларына рәсми старт бирелә, ә төп ваҡиғалар 17-24 августа үткәрелә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Учалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Альмира Ковалевская хәбәр итте.

Тарихҡа байҡау яһағанда, 1963 йылдың 1 февралендә Бәләкәй Учалы һәм Яңы Учалы ҡасабалары ҡушылып, бер ҡалаға берләштерелә, уға Учалы тигән исем бирелә.

2012 йылдың 24 июлендә – Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Учалы ҡалаһының 50 йыллығын билдәләү тураһындағы Указы, йыл аҙағында БР Хөкүмәтенең был ваҡиға айҡанлы ҡарары сыға. Ойоштороу комитетына етәкселек итеү республика Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабановҡа йөкмәтелде. Әлеге ваҡытта юбилей датаһының логотибы раҫланған, саралар планы әҙерләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть