11 декабрь, Йәкшәмбе

21 ғинуар 2013 йыл, 14:22

Краснокама районында етем балалар торлаҡ алды

автор: Арина Рәхимҡолова

Краснокама районының Ҡуян ауылында «Фатир асҡыстары – етем балаларға» район маҡсатлы программаһы сиктәрендә етем балаларға асҡыстар тапшырыу тантанаһы үтте.

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы ҡануниәт үтәлешен тәьмин итеү маҡсатында Краснокама районында опека һәм попечителлек органы, район хакимиәте социаль торлаҡ алыуға мохтаж балаларҙы иҫәпкә алыу, уларҙы фатирҙар менән тәьмин итеү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара.

Яңы йылдың тәүге айында район башлығы Рәзиф Ғилмуллин торлаҡ алыуға мохтаж булған 14 ҡыҙ һәм егеткә фатир асҡыстары тапшырҙы.

2012 йылда районға был маҡсаттарға республика бюджетынан – 9 милион 337 мең 930 һум, федераль бюджеттан 6 миллион 735 мең 869 һум аҡса бүленде. Барлыҡ средстволар тулыһынса үҙләштерелде. Уларға Ҡуян һәм яҡында урынлашҡан башҡа ауылдарҙан әҙер фатирҙар һатып алынды, шулай уҡ социаль торлаҡ төҙөлдө.

Һөҙөмтәлә 2012 йылда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар иҫәбенән 21 кеше фатирҙар менән тәьмин ителде.

2011 йылда 8 миллион 174 мең 400 һум күләмендә бүленгән аҡсаға 15 етем бала өсөн 12 фатир һатып алынды, тип хәбәр иттеләр Краснокама районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.