10 декабрь, Шәмбе

21 ғинуар 2013 йыл, 13:17

Башҡорт дәүләт университетында – яңы проректор

автор: Эльмира Сабирова

Физика-математика фәндәре докторы, профессор Малик Балапанов Башҡорт дәүләт университетының уҡытыу эштәре буйынса проректоры итеп тәғәйенләнде, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән.

Малик Хәмит улы 1958 йылда Баймаҡта тыуған. 1981 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Юғары уҡыу йортонда 1987 йылдан бирле эшләй. 2006 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2010 йылдан – БДУ ҡарамағындағы физика-технология институтының дөйөм физика кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004 йыл), РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән наградланған (2007 йыл). Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2008 йыл).