4 декабрь, Йәкшәмбе

21 ғинуар 2013 йыл, 10:24

Өфө егете Семен Елистратов – шорт-трек буйынса Европа чемпионы

автор: Дмитрий Слезин

Швецияның Мальме ҡалаһында шорт-трек буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Рәсәйҙең ирҙәр йыйылма командаһы 5000 метрлыҡ эстафетала ил тарихында тәүгә Европа чепионатында «алтын» яуланы.

Команда составында өфөлө Семен Елистратов та миҙалға лайыҡ булды. Унан тыш, Евгений Козулин, Виктор Ан һәм Владимир Григорьев чемпион булды.

Икенсе урынға Голландияның йыйылма командаһы лайыҡ булды, Венгрия спортсылары өсөнсө булды.