Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Стәрлетамаҡта сүп-сар эшкәртеү буйынса пилот проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ

Йәмғиәт

2013 йылда Стәрлетамаҡта сүп-сар эшкәртеү буйынса пилот проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Уны ҡалалағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны һәм сүп-сарҙы сорттарға айырыу линияһы нигеҙндә ғәмәлләштереү планлаштырыла.

— Проекттың барлыҡ ыңғай һәм кире яҡтары уны тормошҡа ашырыу барышында асыҡланасаҡ. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, пилот проекты үҙенең средстволары иҫәбенә сүп-сар эшкәртеү комплексы төҙөгән инвестор ярҙамында ғәмәлләштереләсәк. Инвестициялар йәлеп итеү бурысын республика Президенты барлыҡ власть органдары алдына ҡуя һәм ул һәр район кимәлендә үтәлергә тейеш. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, ҡалдыҡтарҙы утилләштереү төрлө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн яҡшы йүнәлештәр булып тора, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев Баймаҡта Улар аръяғы райондары башлыҡтары ҡатнашлығындағы зона кәңәшмәһендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть