4 декабрь, Йәкшәмбе

21 ғинуар 2013 йыл, 9:35

Рөстәм Хәмитов РФ Хөкүмәтенең селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

автор: «Башинформ»

18 ғинуарҙа Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев видеоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе, сара «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойоштороу барышына һәм ведомство-ара электрон хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләренә арналды. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Дәүләт хеҙмәттәре үҙәктәре менән идара итеү системаһы һәр төбәктә булдырылырға тейеш, тип билдәләне Дмитрий Медведев, сараны асып.

«Күп функциялы үҙәктәр селтәрен үҫтереү буйынса төп ауырлыҡ төбәктәргә төшә: һәр төбәктә был ҡатмарлы проекттар менән идара итеү системаһы булдырылырыға тейеш. Сығымдар төбәк һәм муниципаль бюджеттарҙы проектлау барышында планлаштырылырға тейеш. Әлеге проект өсөн губернаторҙар шәхсән үҙҙәре яуап бирә. Был граждандарыбыҙҙың күпселек өлөшө өсөн ысынында ла мөһим проект булып тора, сөнки, нисек кенә булмаһын, илдәге барлыҡ граждандарҙың дәүләт структураларына ҡағылышы бар», – тине Дмитрий Медведев.

Шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте рәйесе билдәләүенсә, күп функциялы үҙәктәр булдырыу ҙур ҡалалар өсөн генә түгел, ә ауылдар өсөн дә көнүҙәк булып тора. Сөнки ауыл ерендә йәшәгән кешеләр берәй белешмә алыр өсөн район үҙәктәренә барып, оҙон сираттарҙа торорға мәжбүр. Былай булырға тейеш түгел, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Медведев.