4 декабрь, Йәкшәмбе

18 ғинуар 2013 йыл, 17:55

Күмертауҙа социаль торлаҡ программаһы ҡабул ителде

автор: Людмила Терновая

Күмертау халҡы торлаҡ һатып алыу йәһәтенән яңы мөмкинлектәргә эйә булды. «Арзан һәм уңайлы торлаҡ – Рәсәй граждандарына» өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡала округы Советы «Арзан торлаҡ – Башҡортостан Республикаһының Күмертау ҡалаһы ҡала округы халҡына» тип исемләнгән программа ҡабул итте, тип хәбәр иттеләр урындағы хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Күмертау биләмәһендә торлаҡ төҙөү һәм уны социаль хаҡтар буйынса һатыу программаның төп масҡаты булып тора.

Торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәптә торған граждандар, шул иҫәптән 2002-2010 йылдарға, 2011-2015 йылдарға иҫәпләнгән «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһында ҡатнашыусылар составынан 35 йәш тулыу сәбәпле сығарылған йәш ғаиләләр; федераль, республика, муниципаль торлаҡ программаларында ҡатнашыусылар; «етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар» статусына ҡасандыр эйә булған, торлаҡ ҡануниәтенә ярашлы, торлаҡ алыуға үҙ хоҡуҡтары менән файҙаланмаған граждандар; 23 йәшкә тиклемге өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр; инвалидтар; инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр; бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттар средстволары иҫәбенә финансланған ойошма, учреждение һәм предприятиеларҙа эшләгән граждандар программала ҡатнашыу хоҡуғына эйә.