9 декабрь, Йома

18 ғинуар 2013 йыл, 16:51

Ҡаҙағстан делегацияһы Башҡортостандың агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса тәжрибәһе менән ҡыҙыҡһына

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанға эш визиты менән Ҡаҙағстан Республикаһының Аҡтүбә өлкәһе делегацияһы килде. Уны Аҡтүбә өлкәһенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Мөхтәр Джумагазиев етәкләй. Ҡаҙағстан делегацияһы составында Өфөгә республика агросәнәғәт комплексынәң ҙур ойошма етәкселәре килде, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

18 ғинуарҙа БР Ауыл хужалығы министрлығында Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында ауыл хужалығы производствоһы өлкәһендә ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек булдырыу мәсьәләләре буйынса Аҡтүбә өлкәһе вәкилдәре менән осрашыу үткәрелде.

Осрашыуҙа делегация башлығы Мөхтәр Джумагазиев хәбәр итеүенсә, Ҡаҙағстанды малсылыҡ, үҫемлекселек, шулай уҡ мал аҙығын етештереү һәм тоҡомло мал аҫрау өлкәләрендә Башҡортостандың тәжрибәһе ҡыҙыҡһындыра. Башҡортостан агросәнәғәт комплексының үҫеш кимәленә ул юғары баһа бирҙе һәм ике республика араһында электән булдырылған дуҫтарса мөнәсәбәттәр артабан да һаҡланасағына ышаныс белдерҙе.

Визит программаһы сиктәрендә Ҡаҙағстан делегацияһы республика агросәнәғәт комплексының бер нисә алдынғы предприятиеһына барасаҡ.