8 декабрь, Кесе йома

18 ғинуар 2013 йыл, 16:14

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында үткән йылға йомғаҡ яһалды

автор: Ольга Мортазина

Ғәҙәттәгесә, Башҡортостан полицияһы тәүгеләрҙән булып үткән йылға йомғаҡ яһаны. Оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы башлығы Михаил Закомалдин һөйләне. Үткән йыл менән сағыштырмаса, төбәктә теркәлгән енәйәттәр һаны – өс меңгә, ауыр енәйәттәр һаны бер меңгә кәмегән. Коррупцион енәйәттәрҙе асыҡлау осраҡтары өстән бер өлөшкә артҡан. Экстремизмды һәм этносепаратизмды иҫкәртеү эшмәкәрлеге лә уңышлы башҡарылған: «Үткән йылда республикала террористик характерҙағы енәйәттәргә юл ҡуйылманы, шул уҡ ваҡытта экстремистик йүнәлештәге 30 факт асыҡланды», — тип билдәләне министр. Законһыҙ уйын бизнесына ҡаршы көрәш сиктәрендә 2012 йылда 1059 уйын йорто ябылған, 22 мең уйын автоматы тартып алынған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре менән 41 меңдән ашыу теркәлгән енәйәт фашланған. Шулай уҡ 333 кеше үлтереү, 1200 урлау, 270 талау, 988 һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү осраҡтары асыҡланған.

Былтыр барлыҡҡа килгән йола буйынса, иң яҡшы коллективтарға наградалар тапшырылды. Беренсе урын өсөн күсмә байраҡ – Октябрьский ҡалаһы полицияһына, икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн күсмә вымпелдар – Әбйәлил районы полицияһына һәм «Нефтекама» муниципаль-ара бүлегенә тапшырылды.