9 декабрь, Йома

18 ғинуар 2013 йыл, 15:11

Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтың һаулыҡ һаҡлау идаралығы етәксеһен вазифаһынан ситләтеүҙе талап итте

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тикшереү эштәре алып барылған осорға һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигын һәм 1-се ҡала дауаханаһының баш табибын вазифаларынан ситләтеүҙе талап итте.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, табиптарҙың эшкә һалҡын ҡарашта булыуы һәм ваҡытында тейешле медицина ярҙамы күрһәтмәүе арҡаһында дауалау учреждениеларында ике үлемесле фажиғә була.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йылдың авгусында урындағы 1-се дауаханаға «бөйән эсәгенең сей яра ауырыуы, ҡан килеү» диагнозы менән ир кеше килтерелә. Клиникала пациенттың йәнә ҡаны килә башлай, әммә операцияны уға бик һуң эшләйҙәр. Һөҙөмтәлә 5 сентябрҙә ир кеше үлә.

Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Йәнә бер фажиғәле осраҡ 2012 йылдың октябрендә була. 25 йәшлек ҡатын бәпес табырға тип 3-сө ҡала дауаханаһының бала табыу йортона килтерелә. Әммә табиптар 40-41 аҙналыҡ ауыры булған ҡатынды, барлыҡ тейешле документтары булһа ла, дауаханаға һалыуҙан баш тарта. Икенсе тапҡыр дауаханаға килгәнендә ул үле бала таба. Ҡатындың ире хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Тикшереү эштәре дауам итә, дауаханаға һалыуҙан баш тартыу сәбәптәре һәм ваҡиғаға ҡағылышы булған кешеләр асыҡлана, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.