8 декабрь, Кесе йома

18 ғинуар 2013 йыл, 14:06

Башҡортостанда 20 ғинуарҙан көндәр йылытасаҡ

автор: Галина Бахшиева

Йәкшәмбе, 20 ғинуарҙан Башҡортостанда көндәр йылытасаҡ. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, төндә төбәктә – минус 8-13 градус, көндөҙ минус 3-7 градус булыуы көтөлә.

19 ғинуарҙа һауа температураһы республиканың ҡайһы бер райондарында төндә минус 26 градусҡа етәсәк. Көндөҙ иң түбән һауа температураһы минус 11 градус тәшкил итәсәк. Башҡортостандың күпселек райондарында керәшен һыуыҡтары көтөлмәй. Синоптиктар көндөң болотло булыуын, ҡар яуыуын, һауа температураһының төндә – минус 12-18 градус, көндөҙ минус 5-7 градус булыуын күҙаллай.

Ҡыш өсөн сағыштырмаса йылы һауа торошо республикала алдағы аҙнала ла һаҡланасаҡ.

темалар: һауа торошо