9 декабрь, Йома

18 ғинуар 2013 йыл, 13:04

Республикала 74 эшҡыуар контрафакт өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылды

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостанда 74 эшҡыуар икенсе компанияларҙың тауар билдәләрен законһыҙ ҡулланғаны өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылды. 2012 йылда был бизнесмендар икенсе компанияларҙың тауар билдәләрен, тауар етештерелгән урын исемен, хеҙмәтләндереү билдәһен йәки бер төрлө тауарҙар өсөн уларға оҡшаш билдәләр ҡулланғаны өсөн прокурор тикшереүе материалдары буйынса республиканың Арбитраж суды менән административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.

БР Прокуратураһы сайтында хәбәр ителеүенсә, эшҡыуарҙар законға ҡаршы «SOCHI 2014», «Nike», «Adidas», «Bosch», «Chanel», «Смешарики» тауар билдәләре аҫтында контрафакт косметика продукцияһы, спорт кейеме, балалар өсөн тауарҙар, төҙөлөш инструменттары һатҡан. Уларҙың лицензиаттар менән әлеге тауар билдәләрен ҡулланыуға хоҡуҡ биреү тураһында лицензиялы килешеүҙәре, шулай уҡ күрһәтелгән тауар билдәләре аҫтында һатылған продукцияны Рәсәй территорияһына индереүҙең законлы булыуын раҫлаған документтары булмаған.

Административ материалдар төбәктең Арбитраж суды менән ҡаралғандан һуң, эшҡыуарҙарға 690 мең һум суммаға штраф һалынды һәм контрафакт продукция тартып алынды.