5 декабрь, Дүшәмбе

18 ғинуар 2013 йыл, 12:08

Йәш гвардиясылар Өфөлә алкоголгә ҡаршы акция үткәрҙе

автор: Людмила Терновая

Өфөлә «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» активистары менән полиция хеҙмәткәрҙәре берлектә алкоголгә ҡаршы рейд үткәрҙе. Төнгө ваҡытта һыра һатыуҙы тыйыу тураһындағы закон үтәлешен тәьмин итеү, шулай уҡ балиғ булмағандарға һыра һатыу осраҡтарын асыҡлау һәм уларҙы иҫкәртеү акцияның төп маҡсаты булып тора, тип хәбәр итә ER.RU.

— Беҙ биш киоскыла булдыҡ, һуңғыһында миңә һыра һаттылар, — тип һөйләне «Йәш Гвардия» активисы Тимур Әйүпов. – Тик паспорт күрһәтеүемде һоранылар.

Өфөлә акция үткәреү барышында йәш гвардиясылар байтаҡ сауҙа нөктәләрен тикшерҙе. Уларҙың күпселегендә балиғ булмағандарға һәм төнгө ваҡытта спиртлы эсемлектәр һатылмай. Әммә был законды үтәмәгән һатыусылар ҙа бар. Закон боҙоу осраҡтары асыҡланған ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ протоколдар төҙөнө.

— Спиртлы эсемлектәрҙе һатыу тураһындағы закон үтәлешенә контроллек итеү буйынса рейдтарҙы артабан да дауам итәсәкбеҙ. Уларҙы Өфөлә генә түгел, бөтә республика буйлап үткәрергә планлаштырабыҙ, — тип хәбәр итте «Йәш Гвардия»ның «Агенттар» проекты координаторы Константин Чадлин. — Шулай уҡ граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса пландан тыш тикшереүҙәр үткәрергә ниәтләйбеҙ.