7 декабрь, Шаршамбы

18 ғинуар 2013 йыл, 11:16

Төбәктә йыл эсендә ете меңгә яҡын тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоу осрағы теркәлгән

автор: Людмила Терновая

«Производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законын үтәү тураһында мәғлүмәт БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты ултырышында тикшерелгән һорауҙарҙың береһе булды. Был мәсьәлә буйынса доклад менән БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Ольга Лаздина сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, экология торошона, шул иҫәптән производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары әйләнеше өлкәһенә контроллек итеү министрлыҡтың төп бурыстарының береһе булып тора.

— БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы үткән йылда 6985 тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоу осрағын асыҡланы, уларҙың 70 проценттан ашыуы ҡалдыҡтар менән идара итеү өлкәһенә тура килә, — тип һөйләне министр. – Шулай уҡ 931 санкцияланмаған ҡалдыҡтар сүплеге теркәлгән. Ағымдағы йылдың 1 ғинуарына ҡарата 692 санкцияланмаған сүплек бөтөрөлгән. Тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереүҙе ҡаплау буйынса судҡа дәғүә ебәреү өсөн раҫланған факттар буйынса 35 материал әҙерләнгән. Зыяндың дөйөм күләме яҡынса 16 миллион һум тәшкил итә.

Йыл һайын республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡыштан һуң территорияны таҙартыу буйынса экологик өмәләр һәм айлыҡтар үткәрә. Былтыр яҙ 249 мең тоннанан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйылған һәм полигондарға, сүплектәргә сығарып түгелгән. 2012 йылдың йәйендә 885 санкцияланмаған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сүплеге асыҡланған.

2004 йылдан алып төбәктә 2004 — 2010 йылдарға һәм 2015 йылға тиклемге осорға иҫәпләнгән «Башҡортостан Республикаһының экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары» республика маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырыла. Ул «Ҡалдыҡтар» ярҙамсы программаһын да үҙ эсенә ала. Уны ғәмәлләштереү сиктәрендә республика бюджеты средстволары иҫәбенә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн 37 полигон төҙөлгән.

Парламентарийҙар фекеренсә, штрафтар менән генә проблеманы хәл итеп булмай. Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе Наил Ҡотлогилдин ҡалдыҡтарҙы бөтөрөү системаһын ойоштороуға айырыуса иғтибар бүлергә, шулай уҡ был эшмәкәрлек төрөнә инвесторҙар йәлеп итеү буйынса эште әүҙемләштерергә ҡушты.