Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәте менән «Башнефть» компанияһы араһында экологик килешеү төҙөләсәк

Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте менән «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙәр йәмғиәте араһындағы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса килешеүгә алдағы көндәрҙә ҡул ҡуйыу планлаштырыла. «Был документ өҫтөндә эште тамамланыҡ тиергә була», — тип хәбәр итте журналистарға кесе йома,17 ғинуарҙа, нефть компанияһы президенты, компания идараһы рәйесе Александр Корсик.

Уның һүҙҙәренсә, «Башнефть» компанияһының бурыстары, тәү сиратта, «заводтарҙа атмосфераға зарарлы матдәләр бүлеп сығарыу сығанаҡтарына контроллек итеү аппаратураһын урынлаштырыуға ҡағыла». Мониторингты реаль ваҡыт режимында ойоштороу планлаштырыла.

Атмосфераға төшкән ауырлыҡты «Башнефть» яңыртыу программаһы иҫәбенә кәметергә ниәтләй. «Ҡулайламаларҙы реконструкциялау барышында тирә-яҡ мөхит өсөн минималь негатив эҙемтәләргә килтергән ҡоролмалар ҡулланырға тырышабыҙ», — тине Александр Корсик.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть