5 декабрь, Дүшәмбе

18 ғинуар 2013 йыл, 9:39

Республика Австрия менән мәҙәни хеҙмәттәшлек булдыра

автор: Розалия Вәлиева

— Башҡортостан төрлө ижади проекттарҙа, шул иҫәптән Рәсәйҙә Австрияның мәҙәни миҙгелен үткәреү сиктәрендә ойошторолған сараларҙа, һәр ваҡыт ҡатнашырға әҙер, -  тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Австрияның Рәсәйҙәге Илселеге ҡарамағындағы мәҙәниәт буйынса атташе Симон Мраз менән осрашыу барышында. – Беҙҙең артистар, ижади коллективтар Рәсәй буйлап гастролдәргә йөрөй, Европа һәм донъяның төрлө илдәрендә концерттар менән сығыш яһай. Сит илдәрҙән коллегаларыбыҙҙың беҙгә килеүе бик ҡыуаныслы.

— Австрияның Рәсәйҙәге мәҙәниәт институтында эшләйем, — тип хәбәр итте Симон Мраз. – Минең бурыс – Рәсәйгә килгән Австрия рәссамдарына һәм музыканттарына ижади проекттар ойоштороуҙа һәм уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү. Бөгөнгө көнгә балет сәнғәте өлкәһендә берлектә ижади проекттарҙы ғәмәлләштереү буйынса тәҡдимдәр бар. Атап әйткәндә, Түбәнге Австриянан «Европа-балет Санкт Пёльтен» балет труппаһының гастролдәрен ойошторорға теләр инек.

Симон Мраз Австрияның Санкт-Берн ҡалаһындағы театрҙың Башҡортостандың балет өлкәһендәге проекттарында ҡатнашырға теләүе хаҡында әйтте. Башҡорт опера һәм балет театры директоры Рөстәм Сабитов 2013 йылдың апрелендә үтәсәк Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивалендә ҡатнашырға тәҡдим итте.

Шулай уҡ осрашыуҙа Өфөлә Австрияның бөгөнгө фотосәнғәте күргәҙмәһен ойоштороу мөмкинлектәре тикшерелде һәм уларҙы студенттар өсөн тематик экспозициялар форматында үткәрергә тәҡдим ителде. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар III «Өфө-Зальцбург» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Австриянан коллегалары менән хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре һәм Австрия белгестәренең музыка һәм балет сәнғәте буйынса үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыуы, шулай уҡ ике республика араһында артистарҙың, ижади коллективтарҙың гастролдәрен ойоштороу мөмкинлектәре хаҡында фекер алышты.

темалар: хеҙмәттәшлек