9 декабрь, Йома

17 ғинуар 2013 йыл, 17:51

Баймаҡта Урал аръяғын социаль-иҡтисади үҫтереү мәсьәләләре тикшереләсәк

автор: Галина Бахшиева

Йома, 18 ғинуарҙа, Баймаҡта Урал аръяғы райондары башлыҡтары ҡатнашлығында тәүге зона кәңәшмәһе үтәсәк. Унда 2012 йылға йомғаҡ яһаласаҡ, ауыл һәм урман хужалыҡтары, сауҙа, шулай уҡ экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу өлкәләрендә өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнәсәк.

Бынан тыш, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев рәйеслегендәге кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Урал аръяғын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса комплекслы программаны тормошҡа ашырыу барышын тикшерәсәк.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, территорияларҙы үҫтереү буйынса бындай зона кәңәшмәләре 22 ғинуарҙа – Баҡалыла, 25 ғинуарҙа – Тәтешлелә һәм 29 ғинуарҙа Стәрлетамаҡта үтәсәк.