5 декабрь, Дүшәмбе

17 ғинуар 2013 йыл, 16:48

Башҡортостан банк учреждениелары менән тәьмин ителеш буйынса Рәсәйҙә бишенсе урында тора

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Республикаһының Милли банкы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә 1,5 меңгә яҡын банк учреждениеһы бар. Республика банк учреждениелары менән тәьмин ителеш буйынса Рәсәйҙә бишенсе урында тора.

Банк ойошмалары тик Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендә, Краснодар крайында, Санкт-Петербургта һәм Татарстанда ғына күберәк. Мәғлүмәт туплағанда Рәсәй Банкы учреждениелары, коммерция банктары, уларҙың филиалдары, өҫтәмә офистар һәм башҡа структура бүлексәләре иҫәпкә алына.

Республикала миллион кешегә иҫәптә – 354 банк учреждениеһы, Рәсәй буйынса 322 учреждение эшләй.