5 декабрь, Дүшәмбе

17 ғинуар 2013 йыл, 16:09

«Йомарт йөрәк» марафоны сиктәрендә Өфөлә меңдән ашыу инвалид балаға ярҙам күрһәтелде

автор: Арина Рәхимҡолова

«Йомарт йөрәк» хәйриә марафоны Башҡортостан баш ҡалаһында 2012 йылдың 7 ноябрендә старт алды. Был ваҡыт эсендә проект сиктәрендә Өфөлә йәшәүсе меңдән ашыу инвалид балаға ярҙам күрһәтелде. Акцияны ойоштороусылар – ҡала хакимиәте һәм Ильмира Харисова исемендәге «Мәрхәмәт» хәйриә фонды – үҫеш кәмселеге булған етем балаларға, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә операциялар үткәреүҙә һәм артабанғы реабилитациялауҙа, йәшәү һәм үҫешеү өсөн айырым шарттар булдырыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. «Башинформ» агентлығы төп мәғлүмәт партнеры булып сығыш яһай.

Хәйриә марафонында ҡатнашыусылар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләнгән учреждениеларға һәм опекун ғаиләләргә айырыуса иғтибар бүлә. Үткән ике ай эсендә марафон сиктәрендә инвалид бала тәрбиәләгән 49 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге алды.

Өфө хакимиәтенең Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү буйынса идаралығы ике һәм унан да күберәк инвалид бала тәрбиәләгән 432 ғаиләгә бүләктәр бирҙе. Бынан тыш, 727 ғаиләгә ҡала райондары средстволары иҫәбенә аҙыҡ-түлек продукттары тапшырылды. Ә Яңы йыл байрамдарында 335 инвалид бала бүләктәр алды.

Акция дауамында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар цирк, планетарий, театрҙарға йөрөнө. Был матур йола дауам ителәсәк – ойоштороусылар 2013 йылдың ғинуарында 1500 баланы циркка алып барырға планлаштыра. Шулай уҡ улар планетарийға, С.Аксаков исемендәге музейға экскурсиялар ойошторорға, балаларҙы Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк концертҡа алып барырға ниәтләй.

Акцияны ойоштороусылар балалар яҙмышына битараф булмаған барлыҡ кешеләрҙе, бағыусыларҙы марафонда ҡатнашырға саҡыра. Инвалид бала тәрбиәләгән һәм мохтаж ғаиләләр тураһында мәғлүмәт менән Өфө хакимиәте сайтының «Йомарт йөрәк» бүлегендә танышырға була.

Белешмәләр өсөн телефон: (347) 235-99-58.