Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала буласаҡ әсәләр өсөн концерттар ойоштороласаҡ

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт филармонияһы тәүгә буласаҡ әсәләр өсөн концерттар ойоштора. Тәүге бындай саралар 2 һәм 9 февралдә Орган залында үтә.

«Башинформ» агентлығы алда хәбәр итеүенсә, мәҙәни проект Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениелары ярҙамында тормошҡа ашырыла. Унда психологтар, педиатрҙар, гинекологтар һәм башҡа табиптар ҡатнашасаҡ.

Ауырлы ҡатындар һәм әсәләр өсөн орган, флейта, ҡурай һәм ҡыллы музыка ҡоралдарында классик әҫәрҙәр башҡарыласаҡ. Улар өсөн Моцарт, Вивальди, Чайковский һәм башҡа билдәле композиторҙарҙың әҫәрҙәре яңғыраясаҡ.

— Буласаҡ әсәләр өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ, — тип хәбәр итте Башҡорт дәүләт филармонияһы директорының концерттар ойоштороу эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары Маргарита Мансурова. — «Музыка салоны» йәмғеһе 15 кешене һыйҙыра, сығыштар бер сәғәт дауам итәсәк.

Бындай сараларҙы аҙна һайын үткәреү планлаштырыла, тип асыҡланылар филармониянан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть