Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөнөң Ленин районында Өсөнсө быуын халыҡ университеты эшләй башланы

Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәтендә Өсөнсө быуын халыҡ университетын асыу тантанаһы һәм тәүге лекциялар үтте.

Ветерандарҙы берләштереү, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, оло йәштәге кешеләрҙең йәмғиәт тормошонда ҡатнашыуын әүҙемләштереү университеттың төп маҡсаттары булып тора, тип билдәләне район башлығы Владимир Нагорный, сараны асып.

Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалы директоры Рөстәм Әхмәҙинуров сарала ҡатнашыусыларҙы «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» проектының тарихы һәм мөмкинлектәре менән таныштырҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөтә республика буйлап тормошҡа ашырылған әлеге проект белем биреү генә түгел, социаль йүнәлеште лә үҙ эсенә ала. Ул ололарҙың тормошон ҡыҙыҡлы, сараларға бай, сағыу итеү маҡсатында ғәмәлләштерелә. Дәрестәрҙән тыш, пенсионерҙар өсөн экскурсиялар, тематик кисәләр һәм осрашыуҙар үтәрелә.

Халыҡ университетында уҡыу бушлай, уны тамамлаусыларға махсус сертификаттар тапшырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть