11 декабрь, Йәкшәмбе

17 ғинуар 2013 йыл, 9:50

Өфөгә Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты етәкселәре килә

автор: Дмитрий Слезин

17 ғинуарҙа Өфөгә Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты етәкселәре килә. Делегация составында Башҡортостанға Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш, Комитет вице-президенты Игор Тополь, Комитеттың генераль секретары Ричард Смит һәм Техник комиссия ағзаһы Златко Кауран киләсәк. 2013 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындарының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә улар өс көн була.

18 ғинуарҙа ҡунаҡтар VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарының барлыҡ ярыштары үтәсәк дүрт спорт объектын ҡараясаҡ.

Шулай уҡ улар Уйындарҙың Өфөләге Дирекцияһында әлеге ойошма вәкилдәре менән эш кәңәшмәһе үткәрәсәк.

19 ғинуарҙа Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты етәкселәре «Йәшел сауҡалыҡ» шифағанаһына бара. Был учреждениела ярыштарҙа ҡатнашасаҡ спортсыларҙың күпселек өлөшө, шулай уҡ команда тренерҙары урынлаштырыласаҡ.

20 ғинуарҙа ҡунаҡтар Башҡортостан баш ҡалаһы менән хушлашып, яңынан бында 26 февралдә киләсәк.