5 декабрь, Дүшәмбе

17 ғинуар 2013 йыл, 9:27

Республикала төбәк-ара ҡумыҙсылар конкурсы үтәсәк

автор: Розалия Вәлиева

14-15 мартта Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы үтә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Конкурс ике йәш категорияһы буйынса үткәрелә: 16 йәшкә тиклемге һәм 16 йәштән өлкәнерәк ҡатнашыусылар. Бәйгелә ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр башҡорт халыҡ йәки бейеү көйҙәрен башҡарасаҡ, импровизация сәнғәте буйынса үҙ оҫталыҡтарын күрһәтәсәк. Иң яҡшылары ике турҙа билдәләнәсәк. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, һирәк башҡарыла торған көйҙәрҙән торған программаларға айырыуса иғтибар бүленәсәк.

Шулай уҡ ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр танылған мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре етәкселегендәге оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша аласаҡ.

Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар 10 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт –Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында.