11 декабрь, Йәкшәмбе

16 ғинуар 2013 йыл, 16:47

Республикала тирә-яҡ мөхит торошон күҙәтеү буйынса эшмәкәрлек әүҙемләшә

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларын үҫтереү, хайуандар донъяһын һаҡлау, шулай уҡ тирә-яҡ мөхит торошона экологик мониторинг алып барыу һәм күҙәтеү һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса эшмәкәрлек әүҙемләшә.

16 ғинуарҙа Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетының беренсе ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев хәбәр итеүенсә, экологик именлек Рәсәйҙе үҫтереү буйынса мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала тирә-яҡ мөхит торошо ҡатмарлы мәсьәлә булып тора. Атмосфера һауаһының автотранспорт һәм сәнәғәт предприятиелары менән бысратылыуы айырыуса хәүеф тыуҙыра. Производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары әйләнеше проблемаһы асыҡ ҡала. Шулай уҡ эсәр һыу сифатын яҡшыртыу һәм һыу менән тәьмин итеү объекттары менән идара итеү мәсьәләләре лә хәл итеүҙе талап итә, — тине вице-премьер.

Төбәктең экологик торошона контроллек итеүҙең заманса кимәленә күсеү экология өлкәһендә республика алдында торған төп бурыстарҙың береһе булып тора. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүҙе иҫәпкә алып, предприятие һәм ойошмаларҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә ҡарашын ҡырҡа үҙгәртеү ҙә бик мөһим.

Бынан тыш, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өлкәһендә эшмәкәрлекте әүҙемләштереү, экологик эшҡыуарлыҡҡа бизнесмендарҙы йәлеп итеү зарур. Халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреү һәм йәмәғәт ойошмалары, экологик партиялар менән бәйләнеш булдырыу ҙа оло әһәмиәткә эйә.

— Йәмәғәт ойошмаларының төрлө акциялары аша, киң мәғлүмәт саралары ярҙамында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһын йышыраҡ күтәрергә кәрәк. Республикабыҙ бай тәбиғәт мөмкинлектәренә эйә. Уларҙы файҙаланыу һәм һаҡлау беҙҙең эшмәкәрлектә стратегик мөһим мәсьәлә булып тора, — тип билдәләне ултырышта Эрнст Исаев.