9 декабрь, Йома

16 ғинуар 2013 йыл, 12:58

Өфөлә 14 етем бала интернет ярҙамында ғаиләләргә урынлаштырылған

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә «Миңә ғаилә кәрәк» проекты тормошҡа ашырыла башлағандан алып 14 етем бала ғаиләләргә урынлаштырылған.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, проект баш ҡаланың Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы менән 2011 йылдың декабрендә булдырылды.

Әлеге ваҡытта ведомство сайтында 26 етем бала тураһында мәғлүмәт һәм уларҙың фотолары урынлаштырылған.

— Бындай эштең һөҙөмтәлелеге бик юғары. Дөйөм алғанда Өфөлә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыуҙың артыу тенденцияһы күҙәтелә. 2011 йылда ҡаланың интернат учреждениеларында 500-гә яҡын бала тәрбиәләнһә, бөгөн уларҙың һаны 470-кә тиклем кәмегән. Һәм был беҙҙе ҡыуандырмай ҡалмай, — тине Идаралыҡтың алдынғы белгесе Вера Пояркова.  

Бөгөнгө көндә Өфөлә ике балалар йорто, ике приют һәм бер сабый йорто эшләй.

Опека һәм попечителлек буйынса идаралыҡ телефондары: 279-91-80, 279-91-84. Бынан тыш, Идаралыҡ сайтының тейешле бүлеге аша белгестәр менән осрашыуға яҙылырға мөмкин.