4 декабрь, Йәкшәмбе

16 ғинуар 2013 йыл, 11:57

«Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына Алексей Касьянов яуап бирә

автор: Сергей Захаров

16 ғинуарҙа «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында Рәсәй Тикшереү комитетының Башҡортостан буйынса Тикшереү идралығы етәксеһе Алексей Касьяновтың Рәсәй Президентының Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе менән берлектә «Ижтимағи электрон гәзит» редакцияһы менән ойошторолған онлайн-конференцияһы бара.

Идаралыҡ етәксеһе «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына килгән һорауҙарға яуап бирәсәк.

Интернет ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.

Алексей Касьяновтың интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә лә сағылыш табасаҡ.

Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.