8 декабрь, Кесе йома

16 ғинуар 2013 йыл, 11:31

Краснокама районының «Кама» лагерында ҡышҡы каникулдар осоронда 66 бала ял иткән

автор: Арина Рәхимҡолова

Көн элгәре Краснокама районының Редькин ауылында урынлашҡан «Кама» балалар сәләмәтләндереү лагерында «Сәләмәт бул!» тип аталған ҡышҡы смена тамамланды. Балалар өсөн төрлө түңәрәктәр, саф һауала уйындар, спорт ярыштары, тематик дискотекалар һәм конкурстар ойошторолдо.

2 ғинуарҙан алып бында 66 бала ял иткән, уларҙың 29-ы – етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар. Лагерға путевкалар республика бюджетынан финансланған.

«Кама» балалар сәләмәтләндереү лагеры ҡасаныр мәктәп урынлашҡан бинаны реконсрукциялағандан һуң, 2012 йылдың йәйге сәләмәтләндереү миҙгеле башланыуға асылған. Дүрт йәйге смена эсендә бында 264 ҡыҙ һәм малай, шул иҫәптән 80 етем бала ял итеп, һаулығын нығытҡан. Лагерҙа йәмғеһе 10 педагог эшләй, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

темалар: балалар,ял