Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Агрокомплекс-2013» халыҡ-ара күргәҙмәһе үтәсәк

Иҡтисад

Өфөлә 12-15 мартта XXIII «Агрокомплекс» халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе үтә. Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан күргәҙмә компанияһы һәм төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән берлектә БР Ауыл хужалығы министрлығы сығыш яһай.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән билдәләүҙәренсә, йыл һайын был сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 200-гә яҡын компания ҡатнаша.

«Агрокомплекс» алдынғы технологияларҙы, ғилми эшләнмәләрҙе, алдынғы хужалыҡ итеү алымдарын Рәсәй баҙарына сығарыуға йүнәлтелгән.

Конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар һәм конкурстар үткәреүҙе үҙ эсенә алған эшлекле программа ауыл хужалығын үҫтереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе сағылдыра.

Күргәҙмәлә ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса тулыраҡ мәғлүмәт форумды ойоштороусыларҙың сайттарында урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть