5 декабрь, Дүшәмбе

16 ғинуар 2013 йыл, 10:37

Өфө һәм Силәбе өлкәһе эшҡыуарҙары араһында телекүпер үткәреләсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының генераль директоры Ғәлим Яҡупов Өфө һәм Силәбе өлкәһе эшҡыуарҙары араһында телекүпер үткәреү тураһында һөйләшеп килеште.

Яҡтар БЮТ телеканалын Силәбе өлкәһендә популярлаштырыу, республиканың популяр артистары ҡатнашлығында концерттар ойоштороу, ҡиммәтле приздар отоу буйынса уйындар үткәреү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Һөйләшеү барышында шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге эшмәкәрлеген һәм республиканан ситтә йәшәгән башҡорт халҡының тормошон яҡтыртыу буйынса ОТВ (Силәбе өлкәһе каналы) менән БЮТ телеканалы араһында төҙөлгән килешеүҙе 2013 йылға оҙайтыу тураһында һөйләшеп килешелде, тип хәбәр итте Даими вәкиллектең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.