Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Республика туризм өлкәһендә Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Иҡтисад

Башҡортостан туризм өлкәһендә Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Көн элгәре Өфөлә БР Туризм буйынса агентлығы етәксеһе Артем Колесниов Башҡортостандың Ҡаҙағстан Республикаһындағы вәкиле Ержан Азанов менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Осрашыу барышында Ҡаҙағстан туроператорҙары ярҙамында республикаға туристар йәлеп итеү, Өфө менән Астана араһында тура авиабәйләнеш ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

— Чартер рейсын ойоштороу Көньяҡ-Көнсығыш Азияға юлланған беҙҙең туристар өсөн ҡыҙыҡлы булыр ине, тип уйлайбыҙ, сөнки быға ваҡыт һәм матди сығымдар әҙерәк китә, — тине Артем Колесников.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть