6 декабрь, Шишәмбе

16 ғинуар 2013 йыл, 9:46

Башҡортостан уҡыусылары «Планета киләсәге» халыҡ-ара конкурсында еңеү яуланы

автор: Розалия Вәлиева

Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһы, 14-се һәм 20-се мәктәптәре уҡыусылары «Планета киләсәге» халыҡ-ара балалар-үҫмерҙәр ижады конкурсының «Һынлы сәнғәт» номинацияһында лауреат булды. Сара Санкт-Петербург ҡалаһында үтте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Айгөл Кирамова хәбәр итте.

Беренсе урынға Башҡорт гимназияһынан Зөлхизә Хәмзина, Линара Мостафина, Руслан Нәсихов һәм 20-се мәктәптән Диана Латипова лайыҡ булды. Икенсе урынды 14-се мәктәптән Зарина Иманғолова һәм гимназия уҡыусылары Русалина Фазылова, Алһыу Иҙрисова, Ансаф Ишбулдин яуланы. Шулай уҡ гимназия уҡыусылары Зилиә Яҫыбаева һәм Лилиә Мөхәмәҙиева өсөнсө булды.

Бәйгелә Магадан, Тула, Сахалин өлкәләренән, Приморье, Алтай крайынан, Якутия (Саха), Татарстан, Коми республикаларынан йәмғеһе 600-ҙан ашыу кеше ҡатнашты. Улар вокаль, драма, хореография сәнғәте номинацияларында көс һынашты, шулай уҡ инструменталь, һынлы сәнғәт һәм эстрада жанрҙарында еңеүселәр билдәләнде.

Конкурста ҡатнашыусылар өсөн Санкт-Петербургтың билдәле сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

темалар: конкурстар