9 декабрь, Йома

15 ғинуар 2013 йыл, 17:37

БР Президенты ҡарамағындағы Хәйриә эшмәкәрлеге буйынса совет 2012 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостанда 2013 йылда «Асыҡ Рәсәй» проекты нигеҙендә хәйриә эшмәкәрлеге буйынса портал эшләй башлаясаҡ. Был хаҡта республиканың Хәйриә эшмәкәрлеге буйынса советы ултырышында әйтелде. Сәйәси сараны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.

Ултырышта шулай уҡ Советтың 2012 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм ағымдағы йылға пландар билдәләнде.

— Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса совет эшмәкәрлеген ыңғай баһаларға була, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Тәүгә республика кимәлендә закондар нигеҙендә хәйриә эшмәкәрлегенең принциптары тәртипкә һалынды һәм уны уҫтереү буйынса саралар билдәләнде. Был кешеләргә үҙҙәре теләп ярҙам иткән предприятиеларҙың һәм йәмәғәт хеҙмәткәрҙәренең  эшмәкәрлек даирәһен киңәйтергә мөминлек бирәсәк. 2012 йылда йәмәғәт ойошмалары әүҙемләште, ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләрҙең мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәткән бизнес-структуралар һәм айырым кешеләр һаны арта. Бынан тыш, төрлө марафон, акция, кисәләр үткәрелде, Владимир Спиваков, Илдар Абдразаҡов, Салауат Фәтхетдинов кеүек данлыҡлы яҡташтарыбыҙ ҙа хәйриә эшмәкәрлегенә ҡушыла.

Үткән йылда 40 социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошма РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы менән бүленгән федераль гранттарға лайыҡ булды, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Улар 23 миллион һум күләмендә ярҙам алған. Средстволар социаль етемлекте иҫкәртеү, әсәлеккә һәм балалыҡҡа ярҙам итеү, оло йәштәгеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу кеүек аныҡ эштәргә йүнәлтелгән. Башҡортостан йәштәре «Изге эштәр башҡарам» марафонында даими ҡатнаша.

Республика Президенты урындарҙағы ыңғай үҙгәрешәрҙе лә билдәләне: үткән йылда барлыҡ муниципалитеттарҙа Хәйриә эшмәкәрләге мәсьәләләре буйынса советтар булдырылған, улар ярҙамында 35 миллион һумдан ашыу суммаға ярҙам күрһәтелгән.

Башҡортостан ҡала һәм райондарында хәйриә эшмәкәрлеген популярлаштырыу буйынса саралар ойошторола. Мәҫәлән, Октябрьскийҙа «Бергәләп изгелек эшләйек» марафоны үткәрелде, йыйылған средстволарға ойоштороусылар мәктәптәр өсөн интерактив таҡталар, реабилитация үҙәктәре өсөн музыка ҡоралдары һәм спорт ҡорамалдары һатып алған, шулай уҡ мохтаж ғаиләләргә ярҙам күрһәкән, ҡаты ауырыған балаларҙың дауаланыуы өсөн түләгән. Туймазы районында халыҡ университетына йөрөүселәр менән «Өләсәйҙәр — балаларға» исемле ғәҙәти булмаған проект тормошҡа ашырыла. Унда ҡатнашыусылар имен булмаған ғаиләләрҙән һәм инвалид балаларҙы тәрбиәләүҙә ярҙам күрһәтә. Ә Салауат ҡалаһынан депутаттар ҡаты ауырыған балаларҙы шефлыҡҡа алған.

— Бындай акциялар даими рәүештә барлыҡ муниципалитеттарҙа үткәрелергә тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

— 2012 йылға хәйриә эшмәкәрлеген үҫтереү буйынса план үтәлде, — тип хәбәр итте БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. – 2013 йыл башына Башҡортостанда 210 хәйриә ойошмаһы һәм 4700 социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошма теркәлгән. Йәштәр араһында волонтерҙар хәрәкәтен үҫтереү, был йүнәлештә Башҡорт дәүләт педагогия университеты эшмәкәрлегенең ыңғай тәжрибәһен таратыу планлаштырыла. Күпселек мәсьәләләр буйынса эш дауам ителәсәк.

Ултырышта шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең социаль яраҡлашыуы буйынса сараларҙы 2013 йылға эш планына индерергә, шулай уҡ бала йорттарын тамамлаусыларҙы оло тормошҡа әҙерләү буйынса эшмәкәрлекте әүҙемләштерергә тәҡдим ителде.

— Яңы хәйриә структураларын булдырыу һуңғы ике-өс йылдың тренды булып тора. Уларҙың барыһы ла халыҡ именлеге өсөн эшләй. Башҡортостанда хәйриә эшмәкәрлеге мәҙәниәтен һәм традицияларын формалаштырыу артабан да дауам ителәсәк, — тип ышандырҙы Рөстәм Хәмитов.