3 декабрь, Шәмбе

15 ғинуар 2013 йыл, 16:19

Рөстәм Хәмитов БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса комитеты рәйесенең яңы урынбаҫарын тәғәйенләне

автор: Алик Шакиров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең 2013 йылдың 14 ғинуарындағы бойороғо менән Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары итеп Азат Кәлимуллинды тәғәйенләне. Бығаса ул Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләне, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Биографик белешмә. Кәлимуллин Азат Мостафа улы Күмертау ҡалаһында тыуған. Юғары белемле – Башҡорт дәүләт университетын һәм Өфө дәүләт сервис институтын тамамлаған, юрист һәм экономист квалификацияларына эйә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Күмертау йылылыҡ-электр үҙәгендә иретеп йәбештереүсе булып башлай. 1992 йылдан алып 2004 йылға тиклем Күмертау ҡалаһында РФ Һалымдар һәм йыйымдар буйынса министрлығы инспекцияһында дәүләт һалым инспекторы, баш дәүләт һалым инспекторы, етәксе урынбаҫары булып эшләй. 2004-2008 йылдарҙа – Күмертау ҡалаһында Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса 17-се район-ара инспекцияһы начальнигы вазифаһын башҡара. 2011 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләй.