10 декабрь, Шәмбе

15 ғинуар 2013 йыл, 15:15

Баш ҡалала республика конкурстарында еңеү яулаған журналистар тәбрикләнде

автор: Любовь Колоколова

Шишәмбе, 15 ғинуарҙа, Өфөлә иң яҡшы журналистарҙы – Рәсәй матбуғаты көнөнә ҡарата үткәрелгән республика ижади бәйгеләрендә еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Сараны ойошороусылар булып Башҡортостандың Журналистар союзы һәм БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы сығыш яһаны.

Тантаналы сара «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференц-холында үткәрелде. Унда БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, уның урынбаҫары Марат Ғәзизов, Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән Павел Самойлин һәм башҡа власть органдары вәкилдәре ҡатнашты.

Борис Мелкоедов киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, уларға намыҫлы хеҙмәте, эшкә ижади ҡарашы өсөн рәхмәт әйтте.

— Һеҙ киң мәғлүмәт саралары менән власть органдары араһында бәйләнеш булдырырға ярҙам итәһегеҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән мәғлүмәт аудиторияға тиҙ һәм аңлайышлы рәүештә еткерелә. Шул уҡ ваҡытта баҫма матбуғат һәм электрон баҫмалар хеҙмәткәрҙәрен айырып ҡарамайым, сөники һеҙҙең барығыҙҙы ла журналист һөнәре берләштерә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Борис Мелкоедов.

Байрамда бер нисә конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Улар – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылын, Рәсәй тарихы йылын, шулай уҡ хәйриә, дәүләт телдәрен үҫтереү темаһын, терроризмға ҡаршы көрәш, финанс белем мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға конкурстар. Наградалар түбәндәге номинациялар буйынса тапшырылды: «Республика киң мәғлүмәт саралары һәм интернет баҫмалар», «Ҡала һәм берләштерелгән киң мәғлүмәт саралары», «Район киң мәғлүмәт саралары». Наградаларға йәмғеһе 50-нән ашыу киң мәғлүмәт сараһы һәм журналист лайыҡ булды.