Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре 9,2 процентҡа артҡан

Иҡтисад

Өфөлә файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләмдәре 2012 йылда 9,2 процентҡа – 766,9 мең квадрат метрға тиклем артҡан. Уларҙың 413,4 мең «квадраты» — күп ҡатлы йорттарҙағы фатирҙар, 353,5 меңе – шәхси йорттар.

Баш ҡала хакимиәте белгестәре фаразлауынса, ағымдағы йылда сафҡа индерелгән торлаҡ күләмдәре – 815 мең квадрат метрға тиклем, ә 2015 йылға 925 меңгә тиклем артырға мөмкин.

Өфөнө үҫтереү буйынса төп йүнәлеш – Ағиҙел аръяғы биләмәһе. 15 йыл дауамында унда ете миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ төҙөү ҡарала. Шулай уҡ, мэриянан билдәләүҙәренсә, «Дим-8», «Дим-9», «Төньяҡ-Көнсығыш Затон», «Йүрүҙән», «Глумилино» биҫтәләрендә, Нуғайлы ауылында торлаҡ йорттар төҙөү планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть