5 декабрь, Дүшәмбе

15 ғинуар 2013 йыл, 14:09

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә үткәрҙе

автор: «Башинформ»

14 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәтенең яңы йылдағы тәүге оператив кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда республика етәксеһе 2012 йылға йомғаҡ яһаны һәм ағымдағы йылға бурыстар билдәләне, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов демографик күрһәткестәргә туҡталды, улар Башҡортостанда социаль өлкәнең уңышлы үҫеше хаҡында һөйләй.

«2012 йылда Башҡортостанда 58,5 меңдән ашыу бала тыуған. 1991 йылдан алып был иң яшы күрһәткес», – тине Рөстәм Хәмитов.

Республика Президенты, 2011 йыл менән сағыштырмаса, сәнәғәт производствоһы үҫешен һәм тулайым төбәк продуктының ярайһы уҡ артыуын билдәләне.

«2012 йылдың 1 декабренә сәнәғәт производствоһы күләме 2011 йылға ҡарата 105,5 процент тәшкил итте. Был һандың тотош бер йылға 105-106 процент тирәһе булыуын күҙаллайбыҙ. Был насар күрһәткес түгел. Тулайым төбәк продукты, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 1 триллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк», – тине Рөстәм Хәмитов.

2012 йыл уңыштары иҫәбендә Башҡортостандың инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһенең артыуы ла билдәләнде.

«Инвестициялар йәлеп итеү эшмәкәрлеге буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә әлегә инмәйбеҙ, әммә тәүге унау исемлегенә ышаныслы инәбеҙ. Был насар түгел, сөнки ике йыл элек ни бары 30-40-сы урындарҙы биләй инек», –  тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты һүҙҙәренсә, 2013 йыл республикала ҙур төҙөлөш эштәрен башлау йылына әүерелергә тейеш. Һүҙ бер нисә сәнәғәт предприятиеһы, ШОС һәм БРИКС саммиттарына объекттар, Паралимпия үҙәген төҙөү хаҡында бара.

темалар: бр президенты