10 декабрь, Шәмбе

15 ғинуар 2013 йыл, 13:01

Стәрлетамаҡта яңы бала баҡсаһы асылды

автор: Любовь Колоколова

Стәрлетамаҡта «Ҡояшлы» исемле яңы бала баҡсаһы асылды. Учреждение 210 урынға иҫәпләнгән, тәүге көндә үк унда 40 сабый барған.

— Был ваҡиғаны микрорайонда йәшәүселәр ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды, — тип һөйләне бала баҡсаһы мөдире Дилбәр Алкина. – Яңы учреждение белем биреү генә түгел, физкультура-сәләмәтләндереү йүнәлешендә лә эшләй. Бында психолог, өҫтәмә белем биреү бүлмәләре, компьютер класы бар.

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бала баҡсаһы «Промгражданпроект» институтының проекты буйынса төҙөлгән, генераль подрядсыһы — «Стерлитамакстрой», заказсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы. Төҙөлөш республика бюджетынан финансланған, ҡорамалдар федераль һәм урындағы бюджеттарҙан бүленгән средстволарға һатып алынған.