3 декабрь, Шәмбе

15 ғинуар 2013 йыл, 12:31

Рафаэль Мәрҙәншин: «Халыҡ-ара уллыҡҡа алыу – мәжбүри рәүештә етем балалар мәсьәләһен хәл итеү формаһы»

автор: Арина Рәхимҡолова

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин яңыраҡ ҡабул ителгән «Кешенең төп хоҡуҡтарын һәм иректәрен, Рәсәй Федерацияһы граждандарының хоҡуҡтарын һәм иректәрен боҙоуға ҡатнашлығы булған кешеләргә ҡарата саралар тураһында»ғы законға, икенсе төрлө әйткәндә, «Дима Яковлев законы»на комментарий бирҙе.

— Рәсәйҙән уллыҡҡа алынған һәм сит илгә сығарылған балалар Америка Ҡушма Штаттарында законға ҡаршы эш итеүҙәргә йыш дусар була башланы һәм Рәсәй властары тейешле саралар күрергә мәжбүр булды, — тине депутат. – Һөҙөмтәлә «Дима Яковлев законы» булдырылды. Сөнки беҙҙең илдәр араһындағы ғәмәлдәге килешеү Рәсәй балалары хоҡуҡтарын тулыһынса яҡламай.

Кемгәлер был сара үтә ҡаты тойолһа ла, Рәсәй Федерацияһының йәш граждандары мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн ул кәрәк булды. Сөнки Америкала тәрбиәгә алынған балаға ҡаты ҡағылған йәки уның һәләк булыуында ғәйепле булған ата-әсәләр йыш ҡына язаһыҙ ҡала. Ә беҙҙең тейешле хеҙмәттәрҙең тәрбиәгә алынған баланың ниндәй шарттарҙа үҫеүенә һәм тәрбиәләнеүенә контроллек итеү хоҡуҡтары юҡ ине, шулай уҡ баланы Рәсәйгә кире ҡайтарыу мөмкинлеге лә булманы. Һуңғы ваҡытта Америка ғаиләләрендә балаларға ҡарата ҡаты ҡағылыу осраҡтары киң йәмәғәтселеккә мәғлүм була башланы. Ә күпме бындай хәүефле осраҡ билдәһеҙ көйө ҡала? Америка үҙ позицияһын үҙгәртмәйенсә тороп, уллыҡҡа алыуҙы тыйыу нигеҙле тип һаналасаҡ.

Рафаэль Мәрҙәншин билдәләүенсә, әлеге законды ҡабул итеү менән генә килеп тыуған хәлде төҙәтеп булмай.

— Халыҡ-ара уллыҡҡа алыу – мәжбүри рәүештә етем балалар мәсьәләһен хәл итеү формаһы. Әлеге проблема – ил эсендә уллыҡҡа алыу институтының үҫешмәгән булыуы һөҙөмтәһе. Шуға күрә бындай балалар, шул иҫәптән инвалид балалар тәү сиратта Рәсәй ғаиләләренә тәрбиәгә бирелһен өсөн, илдә тейешле шарттар булдырыу зарур. Бының өсөн баланы уллыҡҡа алырға теләгән ата-әсәләр өсөн бюрократик ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөргә һәм уларға дәүләт тарафынан матди ярҙам күрһәтергә кәрәк, — тип иҫәпләй депутат.

темалар: ҡануниәт